Салауат тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Башҡортостан һәм Татарстандың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Фәриҙә Ҡудашеваның 100 йыллығына арналған хәтер кисәһе үтте. Кисәлә Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, «Ағинәйҙәр», «Аҡ ҡалфаҡ» ойошмалары, «Сатҡылар» әҙәби ойошмаһы ҡатнашты. Сара башҡорт тарихы йылы ситлегендә үткәрелде.
Фәриҙә Ҡудашева - тәбиғәт тарафынан бирелгән ҡабатланмаҫ моңло тауышы, үҙенә генә хас йөрәккә үтеп инерлек башҡарыу оҫталығына эйә булған, меңдәрсә тамашасының һөйөүен яулаған, йыр сәнғәтендә юғары бейеклектәргә ирешкән шәхестәрҙең береһе, легендар йырсы.
Ике республика – Башҡортостан һәм Татарстан, башҡа төбәктәр - Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙағстан, Себер һәм Азия, Балтик буйы илдәрендә йәшәгән башҡорт һәм татар халҡы уның башҡарыуында йөҙләгән башҡорт, татар халыҡ һәм автор йырҙарын тыңларға яратты.
Уның һоҡландырғыс ижады милли сәнғәтебеҙҙә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы һәм башҡорт эстрадаһы үҫешенә ҙур йоғонто яһаны.
Профессиональ музыка үҫешенең башында торған беренсе быуын башҡорт артистарының береһе булараҡ, Фәриҙә Ҡудашеваның исеме Башҡортостанда ғына түгел Рәсәй кимәлендә лә музыка сәнғәтенең «алтын фондына» индерелде.
В Салаватском историко-краеведческом музее прошел вечер памяти, посвященный 100-летию легендарной певицы, заслуженной артистки РСФСР, Народной артистки Башкортостана и Татарстана Фариды Кудашевой. В нём приняли участие представители Курултая башкир г. Салавата, общественные организации «Агинэйзэр», «Ак калфак», «Саткылар». Мероприятие прошло в рамках Года башкирской истории на башкирском языке.
Фарида Кудашева обладала неповторимым голосом, данным природой; эмоциональным, проникновенным исполнительским мастерством и завоевала популярность и любовь тысяч зрителей, достигла высоких вершин в области песенного искусства.
В её богатом концертном репертуаре собраны сотни эстрадных, башкирских и татарских народных песен, которые любили слушать башкиры и татары не только Башкортостана и Татарстана, но и Москвы, Санкт-Петербурга, Казахстана, Сибири и Азии, Прибалтики и др. областей.
Вокальное творчество Фариды Кудашевой внесло большой вклад в развитие башкирской эстрады.
Имя Фариды Ягудовны Кудашевой, яркой представительницы одного из первых поколений башкирских артистов, кто стоял у истоков профессиональной музыки, вошло в «золотой фонд» музыкального искусства не только Башкортостана, но и России.
#музейсалават #городсалават #музейсалават #городсалават #ҡоролтай #курултай #ГодБашкирскойИстории #БашҡортТарихыЙылы